Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июль 2011, 13:55

Сентябрҙә Башҡортостан Сочила үтәсәк X Халыҡ-ара инвестиция форумында ҡатнашасаҡ

15-18 сентябрҙә Сочила Х Халыҡ-ара инвестиция форумы үтәсәк. Унда ғәҙәти рәүештә Башҡортостан Республикаһы ла ҡатнашасаҡ. Тейешле бойороҡҡа Президент Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Форумда 2020 йылға тиклем республиканың үҫеше, инвестицион проекттар һәм төбәктең инвестицион сәйәсәте күрһәтелгән Башҡортостандың күргәҙмә экспозицияһы ойоштороласаҡ. Шулай уҡ унда республика предприятиелары ҙур урын аласаҡ: форумда ҡатнашыусыларға улар үҙҙәренең продукцияһын һәм хеҙмәтен күрһәтәсәк, инновацион эшләнмәләр менән таныштырасаҡ.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республика предприятиеларын форумда ҡатнашырға саҡыра.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: