09:10 (UTC+5), 21 Июля 2011

Башҡортостан умартасылары йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамларға уйлай

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында 2020 йылға тиклем республикала умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы проектын әҙерләү буйынса эш төркөмөнөң ултырышы үтте. Эш төркөмө составында БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин, төрлө милек формаһындағы бал етештереү һәм эшкәртеү предприятие етәкселәре, ғалимдар, Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре ҡатнашты.
Умартасылыҡ өлкәһендәге былтырғы эш һөҙөмтәләрен тикшереп, Азат Йыһаншин һуңғы ваҡытта тармаҡта күп мәсьәләләр йыйылып китеүен әйтте.
— 2010 йылда ауыл хужалығы предприятиеларында 398 тонна һатыу өсөн билдәләнгән бал етештерелгән. Крәҫтиән хужалыҡтарында ағымдағы йыл башына 22,5 мең бал ҡорто күсе булған, - тине ул. – Халыҡтың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында 238,2 мең бал ҡорто күсе тотола. Шәхси хужалыҡтарҙа һатыу өсөн билдәләнгән балдың етештереү күләме былтыр 4099 тонна тәшкил иткән. Былтыр ҡоролоҡ булды, ә әлеге йыл ауыл хужалығы өсөн бик ҡулай. Һатыу өсөн билдәләнгән балды йыя башланылар ҙа инде, һәм республика умартасылары йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлар, тигән ышаныс бар.
Эш төркөмө ағзалары умартасылыҡты үҫтереү өлкәһендәге мәсьәләләрҙе билдәләне. БР Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, уларҙы хәл итеү 2020 йылға тиклем республикала умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы проектына индереләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика