16:35 (UTC+5), 18 Июля 2011

Урман ауылында төҙөкләндереү эштәре тамамланды

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: пресс-служба МЖКХ РБ
Бөгөнгө көнгә Башҡортостандың Иглин районындағы Урман ауылында хәрби келәттәге шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргән барлыҡ күп фатирлы йорттарҙа түбә ябыуҙарына һәм баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡтарға капиталь ремонт үткәрелгән. Биш ҡатлы йорттарҙа козыректар, ишектәр яңыртылған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында хәбәр иттеләр.
Баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡтарҙа энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар монтажланған. Биш ҡатлы йорттар эргәһендә өс балалар майҙансыҡтары йыһазландырылған, тағы береһе – балалар баҡсаһы янында. Торлаҡ йорттар һәм балалар баҡсаһы биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланған тиерлек. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең фатирҙарына боҙолғандары урынына бушлай яңы металл ишектәр урынлаштырылған.
Ағас тәҙрәләрен тулыһынса пластик тәҙрәләргә алмаштырыу буйынса эштәр алып барыла. Коммуналь инфраструктураны тергеҙеү буйынса ла ҙур эштәр башҡарылған. 29 майға Урман ауылын ваҡытлыса схема буйынса электр менән тәьмин итеү тергеҙелгән. Тулыһынса, даими схема буйынса, ул 2 июнгә әҙер булған. Күп ҡатлы йорттарҙа тышҡы яҡтыртыу бар.
Тышҡы һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре яңыларына алмаштырыласаҡ. 3,8 километр торба үткәргестәр һалынған. Йылылыҡ селтәрҙәренә килгәндә, барлыҡ күп фатирлы йорттарға һәм балалар баҡсаһына уларҙы яңыларына алмаштырғандар. Оҙаҡламай Урман ауылында ике яңы ҡаҙанлыҡ сафҡа индереләсәк.
28 майҙан алып ауылды тергеҙеү өҫтөндә 250-нән ашыу Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың торлаҡ-коммуналь комплексы һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре эшләгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Урман ауылы янында хәрби келәттәге шартлау һөҙөмтәһендә 50-нән ашыу ҡаралты емерелгән йәки янған. Өс биш ҡатлы һәм бер ике ҡатлы торлаҡ йорттарын тергеҙеү республиканың Торлаҡ-коммуналь министрлығына ҡушылғайны.
Тергеҙеү эштәренә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дөйөм етәкселек итте. Тергеҙеү эштәре БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов, Иглин районы хакимиәт башлығы Рафиҡ Мусин етәкселеге аҫтында үтте.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика