05:55 (UTC+5), 15 Июля 2011

Азамат Илембәтов эш сәфәре менән Балаҡатай районында булды

"Башинформ"
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Балаҡатай районында граждандарҙың шәхси мәсьәләләре буйынса күсмә ҡабул итеү үткәрҙе. Ҡабул итеүгә килгән 18 кешенең һорауҙарына тулы яуаптар бирелде.
Айҙаҡай ауылы халҡы 50 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәпте һәм 30 урынлыҡ балалар баҡсаһын үҙ эсенә аласаҡ яңы социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Был проект 2012 йылға проект-эҙләнеү эштәренә индереләсәк. Соҡалаҡ ауылы халҡы Оло Ыҡ йылғаһындағы быуаның техник торошона иғтибар итеүҙәрен һораны. Һөҙөмтәлә 2012 йылда гидроҡоролмаға реконструкция үткәрергә ҡарар ителде. Яңыбай ауылына газ үткәреү мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителде.
Эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа бәләкәй бизнесты кредитлау һәм субсидиялау мәсьәләһе ҡаралды. Балаҡатай районындағы бер нисә социаль объект төҙөлөшө 2011-2015 йылдарға республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһына индерелгән.
Азамат Илембәтов район хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү кампанияһы барышы менән дә танышты. Һауа шарттары быйыл аграрийҙар өсөн уңайлы булды. Премьер-министр «Лидер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә мал аҙығы әҙерләү буйынса эштәрҙең яҡшы алып барылыуын билдәләне. Бында мал аҙығы культуралары сәселгән майҙандарҙың 40 проценты сабылған, 70 тонна бесән һәм 720 тонна сенаж, шартлы мал башына яҡынса 15 мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән. Хужалыҡтағы пар ерҙәре тотош эшкәртелгән.
Премьер-министр «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Майғаҙы ауылындағы ярҙамсы хужалығының етештереү базаһында ла булды. Бында был объекттың артабанғы яҙмышы тикшерелде, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика