07:21 (UTC+5), 14 Июля 2011

«Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

Любовь Колоколова
«Берҙәм Рәсәй»ҙең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Денис Мусин Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районындағы «Рәсәй терәге» бүлексәһе рәйесе Илдар Рәжәпов менән бергә граждандарҙы ҡабул итте.
«Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, консультация алырға шәхси эшҡыуарҙар ғына түгел, үҙенең эшен асырға уйлаусылар ҙа килде. Дәүләт һәм муниципаль заказына бер тигеҙ рөхсәт алыуға булышлыҡ итеү, Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡалалары эшҡыуарҙары менән бәйләнеш булдырыу буйынса мәсьәләләр ҡаралды. Ҡайһы бер эшҡыуарҙар әле булған административ барьерҙарға бәйле ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
Бөтә һорауҙар буйынса аңлатмалар һәм практик рекомендациялар бирелде.
— Бындай ҡабул итеүҙәр бәләкәй һәм урта бизнестың системалы хәл итеүҙе талап иткән проблемалы урындарын билдәләргә ярҙам итә, - тине Денис Мусин. – Шуның өсөн эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ беҙҙең төбәк бүлексәһе янында комитеттар, эш төркөмдәрен булдырып, контролдә тотоу системаһын ойоштороу беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе эшҡыуарҙар берләшеп кенә хәл итә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика