05:46 (UTC+5), 13 Июля 2011

Азамат Илембәтов Салауат ҡалаһының сәнәғәт предприятиеларында булды

«Башинформ»
12 июлдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов эш визиты менән Салауат ҡалаһында булды.
Уның сәфәре «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сәнәғәт майҙансығына барыуҙан башланды. Премьер-министр нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы производствоһы эштәре, компанияның өҫтөнлөклө инвестицион проекттарын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Атап әйткәндә, ул висбрекинг ҡоролмаһы комплексын, нефтте тәүге эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән ЭЛОУ-АВТ-6 ҡоролмаһы һәм карбамид грануллау ҡоролмаһы төҙөлөш майҙансыҡтарын ҡараны.
— Предприятие үҫешә, һәм «Газпром»дың республика иҡтисадында әһәмиәтле роль уйнаған «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен инвестициялауҙы дауам итеүе беҙҙең өсөн мөһим, - тине Азамат Илембәтов.
Ул шулай уҡ «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте нигеҙендә Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәген булдырыу перспективалары хаҡында хәбәр итте.
— Этап буйынса, эшкәртеү ҡеүәттәрен сафҡа индереүҙе, этилен етештереүҙең һәм артабанғы производство сылбырының артыуын иҫәпкә алып, беҙ был проектты тормошҡа ашырыуға яҡынлашабыҙ, - тине Премьер-министр.
«Гидромаш» предприятиеһында Азамат Илембәтов «Ростехнологии» дәүләт корпорацияһының Башҡортостандағы вәкиле Сергей Чечкин ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Етештереү эшмәкәрлеге һәм дәүләт заказдарының торошо мәсьәләләре ҡаралды.
«Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Премьер-министр флоат-быяла етештереү буйынса цехта, шулай уҡ автомобиль быялаһы етештереү линияһында булды. Хәҙер был предприятиела производствоны модернизациялау буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика