Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Июль 2011, 10:43

Башҡортостан депутаттары – кеүәҫ һәм кефир менән бер рәттән, ҡымыҙҙы алкоголле эсемлектәр рәтенә индереүгә ҡаршы

Ҡымыҙ, ҡеүәтле булыуына ҡарамаҫтан, «Этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукция етештереүҙе һәм уның әйләнешен дәүләт көйләүе тураһында» Федераль законына төҙәтмәләр менән ҡаралған алкоголле эсемлектәр рәтенә инеү ҡурҡынысы аҫтында булырға тейеш түгел.«Башинформ» агентлығы мөрәжәғәт иткән агросәнәғәт комплексы белгестәре һәм закон сығарыусылар шундай фекерҙә. Алкоголь ҡануниәтендәге үҙгәрештәр әле РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһында финал уҡыуҙа ҡарала.
Улар ҡабул ителгәндән һуң алкоголле эсемлектәргә этил спиртын ҡулланып эшләнгән аҙыҡ-түлек продукцияһы ғына түгел, башҡалар ҙа индереләсәк. Составында 0,5 процент һәм унан күберәк этил спирты булған эсемлек, был төҙәтмәләргә ярашлы, алкоголле эсемлектәр иҫәбенә индерелергә тейеш. Был иһә уны һатыу һәм рекламалау тәртибен көсәйтеүгә килтерәсәк. Алкоголле продукцияға ҡарамаған спиртлы аҙыҡ-түлек продукцияһы исемлеге әле тулыһынса әҙер түгел.
РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Назаров ҡымыҙ, кеүәҫ һәм кефир менән бер рәттән, яңы редакциялағы закон менән һатыуҙа мөмкин тиклем сикләнәсәк алкоголле эсемлектәр рәтенә индерелергә тейеш түгел, тип иҫәпләй.
— Күптәр сикләүсе нормаларҙың аҙ миҡдарҙа спирты булған эсемлектәргә ҡағылыуынан ҡурҡа. Был кәрәгенән артыҡ борсолоуҙыр, тип әйтергә теләйем. Беренсенән, тыйылған продукттарға индерелмәйәсәк тәғәйен продукттар исемлеге төҙөләсәк. Икенсенән, ҡымыҙ, кеүәҫ һәм кефир кеүек халыҡ яратҡан эсемлектәрҙә алкоголь кимәле түбән, шуға күрә уларға тыйылыу ҡурҡынысы янамай.
БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Наил Ҡотлогилдин төнгө ваҡытта һәм берәмләп һатыу өлкәһендә реализациялауы тыйлған продукция исемлегенә милли эсемлектәрҙең эләгеүен иҫкәрткән нормаларҙы законда теркәүҙәренә ышана.
— Миңә билдәле булыуынса, ҡымыҙ эсеп эле берәү ҙә эскелеккә бирелмәгән, шуға күрә был эсемлекте алкоголле тип иҫәпләүҙән мәғәнә юҡ. Ҡымыҙ, иң элек, һауыҡтырыу үҙенсәлектәренә эйә.
Автор:Ғәлиә Нәбиева,Людмила Терновая
Читайте нас: