Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.77
0
90.71
0
65.47
+0.06
12+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Июль 2011, 12:43
Башҡортостан Республикаһы менән «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды
6 июлдә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында 2011-2013 йылдарға тимер юл транспорты өлкәһендә үҙ-ара эш итеү һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Президенты Владимир Якунин ҡултамғалары менән нығытты.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, документ дөйөм ҡулланылыштағы тимер юл транспорты инфраструктураһы объекттарын, шул иҫәптән тимер юл станцияларын, вокзалдарҙы һәм туҡталҡаларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, «Рәсәй тимер юлдары» филиалы Тимер юл вокзалдары дирекцияһы ҡарамағындағы биләмәләрҙе төҙөкләндереп һәм уларҙың базаһында Өфө, Белорет, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында һәм Аксаков эшселәр ҡасабаһында транспорт-күсеп ултырыу узелдары, шулай уҡ ҡала яны тимер юл транспортын хеҙмәтләндереүсе вокзалдар һәм туҡталҡалар булдырып, вокзалдарҙы реконструкциялау һәм модернизациялау мәсьәләләре ҡарала.
Яҡтар транспорт хәүефһеҙлеге буйынса, шул иҫәптән тимер юл аша сыға торған урындарҙы норматив хоҡуҡ акттары талаптарына ярашлы хәлгә килтереү, автомобиль һәм тимер юлдар бер кимәлдә киҫешкән ерҙә юл сиселештәре төҙөү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында ла һөйләшеп килеште. Тимер юлдарында аварияларҙы кәметеү һәм тимер юл аша сыға торған урындарҙа юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында уларҙы техник йәһәттән ҡайтанан йыһазландырыу, контроллек итеү сараларын модернизациялау һәм яңыларын индереү, шулай уҡ тимер юл аша сығыу урындарында автомобиль юлдарын (муниципаль-ара һәм төбәк юлдарын) ремонтлау һәм тотоу буйынса берлектәге саралар үткәреү күҙаллана.
«Килешеүгә ҡул ҡуйыу өсөн беҙҙә етди нигеҙ бар, – тине Владимир Якунин тантанала. – Беҙ, әлбиттә, республиканың потенциалын тимер юл транспорты, тимәк, Башҡортостан территорияһында йәшәгән граждандар мәнфәғәтендә файҙаланыу өсөн ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләрбеҙ».
«Беҙҙең республика күп йәһәттән Рәсәй тимер юлдарының тотороҡло эшенә бәйле, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ Волга буйы төбәгендә йөктәрҙе күпләп оҙатыусы төбәк булып торабыҙ. Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү бик күп бурыстарҙы, шул иҫәптән берлектә хәл итергә кәрәк буласаҡ социаль йөкләмәләрҙе күҙ уңында тота».
Автор:
«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
Теги:
бр президенты осрашыуҙары
килешеүҙәр
Читайте нас: