Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июль 2011, 16:06
Башҡортостандың социаль яуаплы учреждениелары Хөкүмәт дипломдары менән билдәләнде
Башҡортостандың социаль йәһәттән иң яуаплы ойошмалары республиканың хөкүмәт наградалары менән билдәләнде. «Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡ үҫеше өсөн — 2010» конкурсында еңеү яулаған предприятие етәкселәренә дипломдарҙы 6 июлдә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссия ултырышында Хөкүмәт вице-премьеры Фидус Ямалетдинов тапшырҙы.
Призерҙар иҫәбендә - республиканың 9 бюджет һәм коммерция учреждениелары. Улар – Өфө дәүләт нефть техник университеты, Стәрлетамаҡтың беренсе ҡала поликлиникаһы, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте, Дүртөйлө районының «Коммунальник» муниципаль унитар предприятиеһы, «Сода» предприятиеһы, «Д.А.Черняев исемендәге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәр» компанияһы, Яңы Салауат йылытыу-электр үҙәге, «Мотор» фәнни-етештереү предприятиеһы һәм Өфөнөң Калинин районының һигеҙенсе аҙыҡ-түлек магазины.
Быйыл социаль яуаплы предприятиелар республика конкурсы алтынсы тапҡыр үткәрелә. Йыл һайын унда 300-гә яҡын ойошма ҡатнаша.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
социаль партнерлыҡ
наградалар
конкурстар
Читайте нас: