16:01 (UTC+5), 06 Июля 2011

Башҡортостан райондары саранча арҡаһында ашығыс саралар күрә

Башҡортостандың дүрт муниципаль районы етәкселәре саранчаға ҡаршы көрәш буйынса ғәҙәттән тыш хәл режимын индерҙе. Тәүгеләрҙән булып был ҡоротҡосҡа ҡаршы көрәште Хәйбулла районы башланы. Бынан һуң Көйөргәҙе һәм Күгәрсен райондарының баҫыуҙарында химик эшкәртеүгә төштөләр. Хәҙер уларға Баймаҡ районы ла ҡушылды.
БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында саранчаға ҡаршы кисектергеһеҙ көрәш режимына күсәләр. Ғәҙәттән тыш хәл режимын иғлан итеү тураһындағы ҡарарҙы муниципаль властар ҡабул итә.
Ҡоротҡостар иҫәбе иҡтисади зарарлылыҡ сиген үтһә, йәғни квадрат метрға 10-15 бөжәк тура килһә, саранчаға ҡаршы химик саралар ҡулланыла башлай. Тап ошо осраҡта властар махсус режим индерә һәм химик эшкәртеүгә сыға.
— Башҡортостанда саранчаларҙан зыян күргән сәсеүлектәр юҡ, - тине «Башинформ» агентлығына БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселектең прогрессив технолгиялары бүлеге начальнигы Артур Ноғоманов. – Ҡоротҡостар сәсеүлектәргә зыян килтермәһен өсөн, беҙ уларҙы ваҡытында эшкәртәбеҙ.
Бөгөнгө көндә 60 мең гектарҙа химикаттар һиптерелгән. Тағы 45-50 мең гектарҙы эшкәртергә кәрәк.
Саранча — ул төрлө үҫемлектәрҙе ашаусы ҡоротҡос. Ул шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, кукуруз кеүек шәкәргә бай культураларға өҫтөнлөк бирә. Үләндәр булмаһа, ул тәүҙә ҡыуаҡтарға, артабан ағастарға күсә.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ҡоротҡостарҙың таралыуын иҫкәртеүгә бәйле хәлдәрҙе тулыһынса контролдә тота. Белгестәр билдәләүенсә, былтыр уларҙың күпләп үрсеүе күҙәтелгән. Быйыл да ошо процесс дауам итә. Ай ярым дауамында агротехник белгестәр ҡоротҡосҡа ҡаршы көрәш алып бара, әле уларҙың күпләп ишәйеүе күҙәтелә, артабан үрсем кәмеүгә китәсәк. Саранчаның ҡотороп үрсеүенә дымлы эҫе көндәр булышлыҡ итә.
Белгестәр әйтеүенсә, бындай хәл республикала 1996-98 йылдарҙа теркәлгән. Ул ваҡытта — 300 мең гектар, ә 1986 йылда 600 меңдән ашыу гектар эшкәртелгән.
Был көндәрҙә Һарытау, Пенза, Ростов, Әстрхан өлкәләренең үҫемлектәрҙе һаҡлау хеҙмәттәре лә саранчаға ҡаршы көрәш алып бара. Республикалағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында әйтеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл режимы бөтөн Башҡортостанға ҡағылмай. Ҡоротҡостарҙың әлеге һөжүме уңышҡа йоғонто яһарға тейеш түгел. Үҫемлектәрҙе һаҡлау хеҙмәте белгестәре менән бының өсөн бөтөн саралар ҙа күрелә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика