05:09 (UTC+5), 06 Июля 2011

Башҡортостан аграрийҙары 314900 тонна һөт һатҡан

Ғәлиә Нәбиева
Йыл башынан алып Башҡортостанда 314900 тонна һөт һатылды, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ауыл хужалығы предприятиелары өлөшөнә 269760 тонна тура килә. Фермерҙар 30793 тонна һатҡан, ҡалғаны - шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан.
Ауыл хужалығы предприятиелары араһында ярты йыл эсендә иң күп һөттө Дүртөйлө (13234 тонна), Илеш (12479 тонна), Стәрлетамаҡ (17869 тонна) һәм Саҡмағош (18241 тонна) райондары һатҡан.
Һөттө иң күп биргән һыйырҙар Баймаҡ (1137 тонна), Дәүләкән (1012 тонна), Ейәнсура (1199 тонна), Иглин (1567 тонна), Ҡалтасы (1083 тонна), Ҡыйғы (1442 тонна), Мәләүез (1619 тонна) һәм Мәсетле (1313 тонн) райондары фермерҙарыныҡы.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, республика аграрийҙары менән көн һайын 2127 тонна һөт һатыла. Дүртөйлөләр, стәрлетамаҡтар һәм саҡмағоштар көн дә 100 тоннанан ашыу һөт һатыусылар иҫәбендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика