06:50 (UTC+5), 04 Июля 2011

Баймаҡ ҡойоу-механика заводында яңы цех төҙөлөшө башланды

Тимур Рәхмәтуллин
Баймаҡ ҡойоу-механика заводында яңы цех төҙөлөшө башланды, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
2011-2015 йылдарға Башҡортостандың Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программа төбәктә машиналар эшләүҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Баймаҡ ҡойоу-механика заводын модернизациялау уның төп сараларының береһе булып тора.
1 июлдә Баймаҡ ҡойоу-механика заводында Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажитдинов һәм «Баймаҡ ҡойоу-механика заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Мурахтин ҡатнашлығында яңы марганцовкалы ҡорос цехына нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте. Был ҡоростан эшләнгән запас частар донъя кимәлендәге ваҡлау-тарттырыу ҡорамалдарын етештереүселәрҙә һәм заводтың төп заказсыларында ҙур һорау менән ҡуллана. Эшләп сығарылған продукция номенклатураһы ла төрлө буласаҡ.
Инвестициялар күләме 76 миллион һум тәшкил итәсәк. Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программа саралары сиктәрендә 29 июндә ҡулланыусыларҙың банк хеҙмәттәре һәм продукттары менән ҡулланылыуын арттырыу буйынса Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостан бүлексәһе вәкилдәре менән осрашыу үтте. Унда цех төҙөлөшө өсөн 50 миллион һум күләмендә кредит биреү тураһында килешеүгә өлгәшелде.
Планға ярашлы, продукцияның тәүге 150 тоннаһы 2012 йылдың июнендә эшләнергә тейеш. Цехтың проект ҡеүәте – айына 170 тоннанан ашыу. Бында 75 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
«Баймаҡ ҡойоу-механика заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн 2010 йыл көсөргәнешле булды. Заказдар, етештереү күләме кәмене. Завод бындай кире фонда эшселәр коллективын һаҡлап ҡалып, эш хаҡын ваҡытында түләүгә өлгәште. Завод үҫешә һәм оҙайлы сроклы перспективаға инвестицион пландар ҡора. Уның белгестәре тарафынан 2015 йылға тиклем етештереүҙе модернизациялау бизнес-планы әҙерләнгән. Ун йыллыҡ үҫеш программаһы ҡаралған.
Предприятие тарафынан бойомға ашырылған инвестиция курсы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең стратегик өҫтөнлөктәре менән тура килә. Баймаҡ ҡойоу-механика заводын модернизациялау һәм етештереүен арттырыу – 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаһындағы «сәнәғәт» бүлегенең мөһим сараларының береһе.
Бөгөн завод коллективы яңы технологияларҙы әүҙем ҡулланылышҡа индерә, продукция сифатын күтәреү өҫтөндә эшләй, энергияны һаҡсыл файҙаланыу программаһын бойомға ашыра.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика