11:13 (UTC+5), 01 Июля 2011

Юлдарға 8 миллиард һум йүнәлтеләсәк

Республикалағы юлдарҙы яҡшыртыуға быйыл һигеҙ миллиард һум йүнәлтеләсәк. Был хаҡта «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференция режимында Рәил Мусиндың һорауына яуап итеп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Республикалағы юлдар япмаһы сифатын анализлап, барыһы ла сағыштырыуҙа беленә, тип билдәләне Президент. Һәм нимә менән сағыштырғанда: көнбайыш йәки көнсығыш трассалары менән сағыштырырғамы, әллә әүәлге союздаш республикалар юлдары менәнме.
— Беҙҙең юлдар әлегә насарыраҡ, — тине республика башлығы. – Ямау өҫтөнә ямау.
Хәлдәр үҙгәрергә тейеш. Рөстәм Хәмитов, быйыл республикалағы юлдар төҙөлөшөнә һәм ремонтына 8 миллиард һум йүнәлтеләсәк, тип билдәләне. Былар юл фонды средстволары. Ул бензинға билдәләнгән хаҡтарҙан да формалаша. Һәр заправканан берәр һум республика һәм федераль кимәлдәге бюджетка китә, был бер ни тиклем яғыулыҡ хаҡына ла йоғонто яһай.
Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, киләһе йылға республика юлдарына капитал һалыуҙар тағы ике миллиардҡа артасаҡ.
— Һөҙөмтәләр күренергә тейеш, — тине Башҡортостан Президенты. — Миллиардтар юлдарға әйләнергә тейеш.
Ҙур күләмле эштәр июлдә, августа, сентябрҙә үткәреләсәк. Атап әйткәндә, тар урындарҙы киңәйтеү буйынса. Президент баш ҡаланың юлдар киңәйтеләсәк һәм тығындар проблемалары бөтөрөләсәк ике объектын атаны. Был уңайлыҡтарҙы автомобилистар быйыл уҡ тоясаҡ.
Әлеге ваҡытта юл эштәре Сипайловоға төшкән ерҙә алып барыла. Сиратта — Дим юл үткәргесе. Рөстәм Хәмитов ике йылдан уның реконструкцияһына 1,5 млрд һум йүнәлтеләсәге хаҡында һөйләне. Был объект буйынса конкурс процедуралары тамамланған, ләкин конкуренттарҙың суд аша дәғүәләшеүе арҡаһында эштәрҙе башлау ике айға һуҙылған. Бөгөн суд юл үткәргесе төҙөлөшөн тыйыуҙы ғәмәлдән сығарҙы, һәм иртәгә үк был участкала эштәр башланырға тейеш.
Средстволарҙы тотоноуға ҡаты контроль буласаҡ, тип белдерҙе республика башлығы, һәм бер дәүләт тарафынан ғына түгел.
— Төҙөлөштөң нисек барғанын ҡарағыҙ, — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан халҡына Президент. – Әгәр юлдар реконструкцияһы һәм төҙөлөшөндә күрәләтә ҡағиҙә боҙоуҙарҙы күрһәгеҙ, БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына, Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм шәхсән Президентҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Ҡурҡмағыҙ! Ярҙам итәсәкбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика