10:14 (UTC+5), 01 Июля 2011

Өфөлә Башҡортостан һәм Татарстан Премьер-министрҙарының эш осрашыуы үтте

"Башинформ"
1 июлдә Өфөгә танышыу визиты менән Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры Илдар Халиков килде. БР Хөкүмәт Йортонда уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡабул итте.
Осрашыу барышында ике күрше республиканың иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеге өлкәһендәге бихисап мәьәләләр тикшерелде.
— Уҙған аҙнала Ҡазанда Халыҡ-ара ислам бизнесы һәм финанстары саммиты үтте. Тап шул ваҡытта мин Азамат Фәттәх улынан Өфөгә саҡырыу алдым, — тип хәбәр итте Илдар Халиков. — Был визиттар тәү сиратта беҙҙең туғандаш республикаларыбыҙҙың мәҙәни мираҫта ғына түгел, иҡтисади хеҙмәттәшлек перспективаларында ла уртаҡ нәмәһе күп булыуын күрһәтә. Башҡортостан традицион рәүештә ҡеүәтле нефтехимия комплексы менән дан тота. Һәм ул һәр ваҡыт был өлкәлә танылған лидер булды. Бөгөн Ҡазан бар йүнәлеш буйынса Өфө менән был хеҙмәттәшлекте үҫтерергә әҙер.
— Беҙҙең республикаларҙы иң тығыҙ мөнәсәбәттәр бәйләй, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов. — Беҙгә нефть химияһы сәнәғәтендә генә түгел, машиналар эшләүҙә, агросәнәғәт комплексында ла был бәйләнештәрҙе артабан үҫтерергә кәрәк.
Визиты дауамында Татарстан Премьер-министры Илдар Халиков сәнәғәт объекттары менән танышты, Өфөнөң иҫтәлекле урындарына экскурсия яһаны, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика