12:39 (UTC+5), 30 Июня 2011

Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы көрсөктән сығарыласаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводын көрсөктән сығарырға кәрәк. Бөгөн был предприятие эшмәкәрлеге менән танышҡас, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шундай маҡсат ҡуйҙы.
— Республика завод мәнфәғәтендә лоббист булып сығыш яһаясаҡ, — тине Президент, производство цехтарын ҡарағас.
Уның фекеренсә, был предприятиеның уңышлы үҫеше өсөн һәйбәт перспективалар бар, ләкин уның проблемаһы — Рәсәй баҙарындағы конкуренцияның юғары булыуында. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында етештерелгәнгә оҡшаш ҡорамалдар Ҡытайҙан һәм башҡа илдәрҙән килтерелә. Шул уҡ мәлдә Ҡытай етештереүселәре менән хаҡтарҙа ярышыуы ҡыйын. Завод бер йыл алдан техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға 347 миллион һум һалып, үҙенең үҫешенә ҙур средстволар инвестициялаһа ла, иҡтисади көрсөк предприятие эшмәкәрлегенә ныҡ йоғонто яһаған.
Рөстәм Хәмитов ҡойоу һәм йыйыу цехтарында, шымартыу участкаһында булды.
Республика башлығы фекеренсә, завод «Росатом» һәм «РусГидро» кеүек сәнәғәт гиганттарының поставкалаусыһы була ала.
Әйткәндәй, «РусГидро» «Альстом» менән берлектә Өфө эргәһендә бәләкәй энергетика өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләй. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы был заводты ла ҡорамалдар менән тәьмин итә ала. Перспективала был предприятие Өфө янында сығарыласаҡ «DAF» йөк машиналары өсөн дә ҡорамалдар поставкалай аласаҡ.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика