08:10 (UTC+5), 30 Июня 2011

Башҡортостанда ҡышҡылыҡҡа тейешле кимәлдән 11% күләмендә бесән әҙерләнгән

Ғәлиә Нәбиева
Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы темптары һиҙелерлек артты, тип билдәләй БР Ауыл хужалығы министрлығы. Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, республика буйынса 131 мең гектар майҙанда мал аҙығы культуралары сабылған, был планға ҡарата 12 процент. Дүртөйлө, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы райондарында 20 проценттан ашыу майҙанда береннсегә сабыу үткәрелгән.
Ҡышҡылыҡҡа 31 мең тонна бесән һәм 248 мең тонна сенаж әҙерләнгән, был 4 һәм 11 процентты тәшкил итә. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бесән әҙерләүҙә Бүздәк районы аграрийҙары алдынғы урында. Улар талап ителгәндән 22 процент күләмендә бесән йыйған. Сенаж буйынса иң яҡшы күрһәткестәр ейәнсураларҙа — 40 процент. Баймаҡ, Благовар, Бүздәк, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары 1800 тоннанан ашыу бесән туплаған. Ауырғазылар, дүртөйлөләр, ҡырмыҫҡалылар, стәрлетамаҡтар һәм саҡмағоштар сенаж буйынса иң күп запас әҙерләгән — 15-23 мең тонна.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика