07:45 (UTC+5), 29 Июня 2011

Өфөләге «ИКЕА»ның асылыуы 25 авгусҡа билдәләнгән

Рәсүл Хәмиҙуллин
«ИКЕА» сауҙа үҙәген асыу 25 авгусҡа планлаштырылған. Был хаҡта Рәсәйҙәге «ИКЕА»ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Башҡа магазиндар әҙерлек кимәленә ҡарап асыласаҡ, һәм йыл аҙағына тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһындағы «МЕГА» сауҙа-күңел асыу үҙәге тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «ИКЕА»ның Рәсәйҙәге генераль директоры Пер Вендшлагҡа Өфөләге «МЕГА» үҙәген сафҡа индереүгә рөхсәт ҡағыҙы тапшырҙы.
— «ИКЕА»ның асылыуына һанаулы ғына көндәр ҡалды, һәм был беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, әлбиттә, - тип билдәләне Пер Вендшлаг. — Беҙҙең проектҡа Башҡортостан етәкселеге тарафынан ярҙам булыуын юғары баһалайбыҙ һәм «ИКЕА»ны асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Рөстәм Хәмитовты күрербеҙ, тип ышанабыҙ. Беҙҙең миссия – кешеләрҙең көндәлек тормошон яҡшыға үҙгәртеү. Башҡортостандың баш ҡалаһында «ИКЕА» магазины асылғандан һуң һәр йорттағы меңләгән кеше был ыңғай үҙгәрештәрҙе тойор, тип ышанам.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика