Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июнь 2011, 17:20
Башҡортостан һәм Беларусь аграрийҙары хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште
БР Хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев һәм Рәсәйҙәге Беларусь Республикаһы Илселегенең Өфөләге бүлексәһе етәксеһе Василий Новак Башҡортостан һәм Беларусь Республикаһы араһында агросәнәғәт комплексы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында яҡынса килешеү төҙөнө.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа Башҡортостанда белорус технологияһы буйынса малсылыҡ фермаһын төҙөү ихтималлығы, мал поставкалау, республиканың өс тәжрибә майҙансығында элиталы сортлы картуф үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Белорус мал аҙығы культураларын урып йыйыу техникаһын Башҡортостан предприятиеларында йыйыу тәҡдиме ҡаралды.
Яҡтар Беларусь Республикаһына Башҡортостандың алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренән торасаҡ республика делегацияһының визиты һәм белорус коллегаларҙың яуап сәфәре хаҡында һөйләшеп килеште.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
тышҡы иҡтисади бәйләнештәр
Читайте нас