13:03 (UTC+5), 29 Июнь 2011

Башҡортостан буйынса РФ һалым хеҙмәте: «Йәй – отпускылар һәм бурыстарҙы түләү ваҡыты»

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостан һалым хеҙмәткәрҙәре бурыслы кешеләр менән эште әүҙемләштерә. Практикала раҫланыуынса, отпускылар миҙгеле – яй ҡуҙғалыусан һәм онотоусан кешеләргә бюджет алдындағы бурыстары тураһында иҫләтеү өсөн иң уңайлы ваҡыт, түләмәүселәрҙең сит ил курорттарына бара алмауҙары ла мөмкин бит. Һалым хеҙмәткәрҙәре менән бергә рейдтар үткәргән суд приставтары бурыстары булған кешеләрҙе сит илгә сығармау хоҡуғына эйә.
Быйыл ғинуарҙан май айына тиклем бындай сит илгә сығыуҙы сикләү тураһындағы ҡарар республиканың 2100-ҙән ашыу кешеһенә ҡарата ҡабул ителгән, тип хәбәр итә РФ суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Бурысты түләгәндән һуң да сикләүҙе ғәмәлдән сығарыу өсөн ваҡыт кәрәклеген иҫтә тотоу зарур. Башҡарма документтарға үҙгәрештәр индереү менән бәйле рәсми эштәргә ике аҙна тирәһе ваҡыт кәрәк.
Бюджетҡа түләүҙәр буйынса бурыстар тураһында 8-937-333-1233 номерына үҙеңдең һалым түләүсенең шәхси номерың (ИНН) менән СМС ебәреп йәшәү урыны буйынса һалым инспекцияһында, шулай уҡ РФ федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы сайтындағы махсус сервис ярҙамында белергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика