04:46 (UTC+5), 28 Июня 2011

Милли банктың күсмә ҡабул итеүҙәре Әбйәлил районында башлана

Әлфиә Шәрәфетдинова
Бөгөн, 28 июндә, Башҡортостандың Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа банк хеҙмәте буйынса консультация үткәреләсәк. Сараны коммерция кредит ойошмаларынан коллегалары менән берлектә БР Милли банкы белгестәре алып барасаҡ.
Банк хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуға урындағы һәм яҡын-тирәләге ауылдар халҡы, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, уҡыу йорттары һәм эшлекле даирә вәкилдәре саҡырыла.
Финанс консультанттар ҡулланыусыларҙы кредитлау, эшҡыуарлыҡҡа, шәхси ярҙамсы хужалыҡ һәм торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә ярҙам саралары һәм башҡалар тураһында тулы мәғлүмәт бирәсәк.
Асҡар ауылындағы был сара Башҡортостандың Көньяҡ урал райондарындағы күсмә ҡабул итеүҙәр серияһын асасаҡ. Иртәгә, 29 июндә, бындай осрашыу - Баймаҡ ҡалаһында, 30 июндә Хәйбулла районының Аҡьяр ауылында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Милли банкыһының матбуғат хеҙмәтенән.
Ҡабул итеүҙәр халыҡтың финанс яҡтан мәғлүмәтлелеген арттырыу һәм 2011–2015 йылдарға Көньяҡ Уралдың социаль-иҡтисади үҫеше программаларына ярашлы үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика