14:31 (UTC+5), 28 Июня 2011

Башҡортостанда сифат өлкәһендә БР Президенты Премияларына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда 2011 йылда сифат өлкәһендә республика Президенты Премияларына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде. БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыуға заявкалар ағымдағы йылдың 1 авгусынан да һуңға ҡалмайынса БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгендә ҡабул ителә. Конкурсҡа әҙерләнәсәк материалдарға талаптар ведомствоның рәсми сайтында урынлаштырылған (www.bashtest.ru).
Башҡортостан Республикаһы сифат өлкәһендә премия булдырған Рәсәйҙең һанаулы төбәктәренең береһе. Быйылғы конкурс – юбилейлы, унынсы тапҡыр ойошторола. Премиялар йыл һайын конкурс нигеҙендә тауар һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр сифаты өлкәһендә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшкән, тауар һәм хеҙмәттәренең хәүефһеҙлеген тәьмин иткән, сифат менеджментының юғары һөҙөмтәле алымдарын ҡулланылышҡа индергән ойошмаларға бирелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республиканың алты ойошмаһы 2010 йылдағы премиялар лауреаттары булғайны. Улар «Синтез-Каучук», «Нефтекама автозаводы», «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы, Нефтекама нефть колледжы һәм Бәләбәй һөт комбинаты. Ете предприятие икенсе һәм өсөнсө дәрәжәләге дипломдар алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика