07:46 (UTC+5), 28 Июнь 2011

Башҡортостанда «2011-2015 йылдарға урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау» республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителде

Сергей Захаров
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов «2011-2015 йылдарға урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау» республика маҡсатлы программаһын раҫланы.
Документ системалы саралар комплексынан тора. Уларҙы тормошҡа ашырыу республикалағы урман хужалығының тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә, ағас әҙерләү һәм ағас эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә уңайлы шарттар булдырыуға мөмкинселек бирәсәк.
Программаны финанслауҙың дөйөм күләме — 808,4 млн. һум. Уны ғәмәлгә ашырыуға федераль бюджеттан - 320,4 млн. һум, республика бюджетынан – 428,7 млн. һум, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 59,3 млн. һум бүленәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Белешмә өсөн. Республика урмандарының дөйөм майҙаны - 6,3 млн. гектар, икенсе төрлө әйткәндә, уның территорияһының 44,1 процентын урмандар ҡаплаған. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән урмандар биләгән майҙандар 144,6 мең гектарҙы тәшкил итә. Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре республика территорияһының 382,9 мең гектарын (2,7%) алып тора. Һуңғы өс йылда урмандарҙа 1046 янғын үткән: матди зыян 26,7 млн. һумға барып баҫһа, Башҡортостандың урман хужалығына дөйөм зыян 69 млн. һумдан ашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика