Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июнь 2011, 17:45

Хаҡлы ялдағылар пенсияларын пластик карталарға алыу мөмкинселегенә эйә

Пенсияны һаҡлыҡ кенәгәһенә генә түгел, пластик карталарға ла алып була. Пенсионерҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең яңы форматын «Очередей.нет!» тип аталған программа сиктәрендә Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Урал банкы ғәмәлгә ашыра. Хеҙмәт 1946 йылда тыуған һәм унан йәшерәк пенсия алыусы вклад һалыусылар өсөн тәғәйенләнгән.
— «Социаль» банк картаһын юллау өсөн банк офистарында, шулай уҡ халыҡтың уңайлығы өсөн консультация стендтары эшләй башлаған Рәсәй Пенсия фонды бүлексәләрендә ғариза яҙырға була, — тип һөйләне Урал банкыһы матбуғат секретары Юлия Козловская. — Карта юллағанда банк белгестәре карта менән ҡулланыу серҙәрен ентекле аңлата.
Пластик карта ярҙамында уңайлы ваҡытта банкомат аша аҡса алыу мөмкинселегенән тыш, башҡа төрлө операциялар ҙа башҡарырға мөмкин. Мәҫәлән, коммуналь хеҙмәттәр, телефон өсөн түләү, бер счеттан икенсе счетҡа аҡса күсереү һәм башҡалар. Бынан тыш банк картаһы ярҙамында һатып алынған әйберҙәр һәм хеҙмәтләндереү өсөн түләргә лә була.
Автор:Әлфиә Шәрәфетдинова
Читайте нас: