Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июнь 2011, 17:34

Өфөлә эшһеҙлек кимәле кәмей

Өфөлә буш эш урындары арта. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһындағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең мәғлүмәт базаһында 15300-ҙән ашыу вакансия иҫәпләнә.
Шуның менән бергә, Өфөлә эшкә урынлашырға теләүселәр иҫәбе аҙна һайын кәмеүгә бара. Әлеге мәлдә ҡаланың хеҙмәт биржаһында 10 меңдән күберәк кеше иҫәптә тора, шул уҡ ваҡытта уларҙың 9500-ҙән ашыуы ғына рәсми рәүештә эшһеҙ тип танылған. Шуларҙан яҡынса 8500-е эшһеҙлек буйынса пособие ала.
Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, эшһеҙлек кимәле ҡалала элеккесә даими кәмей бара һәм әлеге ваҡытта 1,71 процент тәшкил итә. Көсөргәнешлек коэффициенты йәки халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә теркәлгән һәм бер вакансияға дәғүә иткәндәр һаны ла кәмеп, әлегә 0,66 процент тәшкил итә.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: