10:50 (UTC+5), 27 Июня 2011

Эшҡыуарҙар төҙөлөш өлкәһендәге электрон аукциондарға ыңғай баһа бирҙе

Любовь Колоколова
2011 йылдың июнь айында Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте төҙөлөш өлкәһендәге эшҡыуарҙарҙан һорау алыу үткәрҙе. Өс электрон майҙансыҡта үткәрелгән һорау алыуҙа 2132 төҙөлөш ойошмалары ҡатнашты.
Рәсәйҙең монополияға ҡаршы ведомствоһының матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, һорау алыу һөҙөмтәләре түбәндәгесә булды: эшҡыуарҙарҙың 59 проценты электрон аукцион төҙөлөш заказдарында ҡатнашыу мөмкинлеген арттырҙы, тип белдерә; 21 проценты - мөмкинлектәр ҡыҫҡартылды, һәм 20 проценты электрон аукциондарҙы ҡулланылышҡа индереү хәлде бер нисек тә үҙгәртмәне, тип иҫәпләй.
Эшҡыуарҙарҙың 51 проценты төҙөлөш, реконструкция, капиталь һәм ағымдағы ремонт өлкәләрендә коррупция кимәленең түбәнәйеүен билдәләһә, 42 проценты хәл үҙгәрешһеҙ ҡалды, тип, ә бәләкәй бизнес вәкилдәренең 7 проценты коррупция кимәле күтәрелде, тип иҫәпләй.
Һорау алыуҙа ҡатнашыусы төҙөлөш компанияларының 61 проценты төҙөлөш өлкәһендәге электрон аукциондар яҡлы булыуын белдерҙе, был, Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте фекеренсә, дәүләт заказы реформаһы үҫешенең дөрөҫ йүнәлештә булыуын иҫбатлай.
«Үткәрелгән һорау алыу электрон аукциондарҙың эшҡыуарҙарҙың дәүләт заказына бер тигеҙ рөхсәт алыуына булышлыҡ итеүе, илдең дәүләт заказы өлкәһендә коррупция хәүефен кәметеүе һәм берҙәм иҡтисади киңлек формалаштырыуы хаҡында иҫбатлай», — тип белдерҙе Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәтенең дәүләт заказы буйынса контроль идаралығы рәйесе Михаил Евраев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика