12:49 (UTC+5), 27 Июня 2011

Башҡортостан йылғаларында һыу кимәле арта

Галина Бахшиева
Ҡойма ямғырҙар арҡаһында һуңғы биш көндә Башҡортостандың баш ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһындағы һыу кимәле дүрт сантиметрға күтәрелде. Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы 13 сантиметрға артты, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Кама бассейны һыу идаралығының БР буйынса һыу ресурсы бүлеге баш белгес-эксперты Әхтәм Ғәббәсов.
— Быйыл беҙгә ямғырҙар ныҡ ярҙам итте. Миҫал өсөн, Стәрлетамаҡ янында Ағиҙел йылғаһы кимәле һуңғы биш көндә ун сантиметрға күтәрелде. Әлеге ваҡытта бында секундына 52 кубометр һыу тотонола. Республиканың көньяҡ сәнәғәт узелы ҡулланыусыларын йәки, икенсе төрлө әйткәндә, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларын тәьмин итеү өсөн норма буйынса ағымдың кәм тигәндә секундына 40 кубометр булыуы шарт. Аҙ һыулы йылдарҙа беҙгә Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстары ярҙамына иҫәп тоторға тура килә торғайны. Әлегә иһә, ошо арала үткән ямғырҙар арҡаһында, ҡалаларҙы тәбиғи ағым һыуҙары иҫәбенә тәьмин итеп торабыҙ. Республиканың бөтә йылғаларында ла ошондай хәл күҙәтелә, - тине Әхтәм Ғәббәсов.
Грунт һыуҙарына килгәндә иһә, уларҙың кимәле Башҡортостан буйынса уртаса алғанда уҙған йыл менән сағыштырғанда кәм тигәндә 30 сантиметрға юғарыраҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика