13:40 (UTC+5), 24 Июня 2011

Башҡортостанда ҡулланыусылар электр утына әҙерәк түләйәсәк

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостанда электр утына хаҡтар кәмене. Бында ҡайһы бер ҡулланыусыларға электр энергияһын тапшырыу буйынса хеҙмәт хаҡтарын арзанайтыу тураһында һүҙ бара.
— Тәү сиратта был урта һәм бәләкәй бизнес субъекттарына, бюджет һәм ауыл хужалығы ойошмаларына ҡағыла, — тип белдерҙе «Башинформ» хәбәрсеһенә республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Овчинников.
Уның аңлатыуынса, быйылғы тотороҡло булмаған һуңғы хаҡтарға күсеү ярайһы ауыр үтте: 2010 йыл менән сағыштырғанда электр энергияһына хаҡтың үҫеше ҡайһы бер осраҡтарҙа күҙаллаған 15 процент урынына 40 процент тәшкил итте.
Ошоға бәйле БР тарифтар буйынса дәүләт комитеты республика Президенты һәм Хөкүмәте ҡушыуы буйынса Тарифтар буйынса федераль хеҙмәткә һәм Рәсәй Энергетика министрлығына электр энергияһын тапшырыу буйынса хеҙмәттәргә хаҡтарҙы кәметеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Мәскәүҙә был инициатива яҡлау тапты. Хәҙер тарифтар үҫеше күҙалланған кимәлгә яҡынлашты һәм, баҙар шарттарының ярайһы ныҡ йоғонто яһауына ҡарамаҫтан, билдәләнгән ҡулланыусыларға 115 процент тәшкил итәсәк.
Алексей Овчинниковтың һүҙҙәренсә, башлыса кәмеү һөҙөмтәһен түбән көсөргәнешле электр энергияһын ҡулланыусылар тоясаҡ: улар һәр киловатт-сәғәт өсөн 40 тин экономиялай аласаҡ. Урта, икенсе кимәлдәге көсөргәнешкә хаҡ киловатт-сәғәтенә 11 тингә төшәсәк.
Агентлыҡ әңгәмәсәһе арзанайтыуҙың электр энергияһын тапшырыу хеҙмәттәренә генә ҡағылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды: был күмәртә баҙарындағы элекке кимәлдә ҡалған һатыу өҫтәмәләре һәм көйләнмәй торған хаҡтар менән бер рәттән һуңғы хаҡты булдырыусыларҙың береһе.
Электр утына хаҡтар халыҡ өсөн дә үҙгәрешһеҙ ҡалды.
— Бында тарифтар тулыһынса көйләнә, — тип белдерҙе Алексей Овчинников. —2010 йылдың декабрендә һуңғы хаҡтар билдәләнде, 10 процент кимәлендәге тариф үҫеше нисек булһа, шул килеш ҡалдырылды.
Үҙгәреш ҡағылған ҡулланыусыларға республиканың баҙар субъекттары ҡайтанан иҫәпләү үткәрәсәк. Улар июлдә үк әҙер булыр, моғайын.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика