05:47 (UTC+5), 24 Июня 2011

Башҡортостан энергетиктары йәйге ремонт кампанияһын үткәрә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Уҙған көҙгө-ҡышҡы осорҙо Башҡортостан энергетиктары уңышлы тамамланы. Был хаҡта «Берҙәм энергетика селтәрҙәре система операторы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы «Төбәк диспетчер идаралығы»нда үткән пресс-турҙа предприятие директоры урынбаҫары – баш диспетчер Андрей Коротков хәбәр итте.
— Былтырғы йәй бик эҫе һәм ҡоро килде. ГЭС эшмәкәрлеге кәметелде, - тине ул, - Шулай ҙа бар эштәрҙе лә үтәп сыға алдыҡ, һәм көҙгө-ҡышҡы осорҙо уңышлы үткәрҙек. Ҡышҡыһын һауа торошо тотороҡло торҙо. Был сымдарға ҡар йәбешеү кеүек бихисап осраҡтарға юл ҡуймау мөмкинлеген бирҙе.
Ташҡынға килгәндә иһә, Андрей Коротков, һыуһаҡлағыстарҙа һыу дефицитына бәйле хәүефтәр урынһыҙ булды, тип билдәләне.
— Бөгөнгө көндә Башҡортостандың Төбәк диспетчар идаралығында йәйге ремонт кампанияһы үткәрелә. Был бик яуаплы һәм мөһим процесс, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. — Былтыр «Затон» һәм «Әмет» подстанциялары файҙаланыуға тапшырылды. Көньяҡ Урал ТЭЦ-ында яңы генерация сығанағы – газ турбиналы ҡоролма ҡуйылды. Әлеге мәлдә Өфөнөң 2-се электр йылылыҡ үҙәгендә пар һәм газ менән эшләүсе ҡоролманы сафҡа индереү эштәре тамамлана
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика