Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.92
93.92
-0.8
62.51
+0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июнь 2011, 12:43

Ауырғазы районында машина менән һауыу оҫталары ярыша

Ауырғазы районында «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы базаһында һыйырҙарҙы машина менән һауыу операторҙарының республика конкурсы үтә. 36-сы һөнәри оҫталыҡ конкурсында бар республиканан 80-гә яҡын машина менән һауыу операторҙары ҡатнаша. Уларҙың күбеһе – район конкурстары еңеүселәре.
Беренсе көндә конкурсанттар һауыу оҫталығын күрһәтте. Бөгөн, икенсе ярыш көнөндә, ҡатнашыусылар теоретик һорауҙарға яуап бирәсәк һәм һауыу аппараттарын һүтеп йыйыуҙа ярышасаҡ.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас