06:19 (UTC+5), 23 Июнь 2011

Ужым сәселәсәк пар баҫыуҙарының 52 проценты эшкәртелгән

Ғәлиә Нәбиева
Республика эшсәндәре бер үк ваҡытта бер нисә ауыл хужалығы эштәрен алып бара. Баҫыуҙарҙы ужым культураларын сәсеүгә әҙерләү ҙә улар иҫәбендә. Механизаторҙар парға ҡалдырылған ерҙәрҙе эшкәртеүҙе, органика ташыу һәм уның менән ашлауҙы, әсе тупраҡты эзбизләүҙе дауам итә.
23 июнгә республикала 185741 гектар майҙанда пар ерҙәре эшкәртелгән, тип хәбәр иттеләр, БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был планға ҡарата 52 процент. Бөгөнгө көндә ун район был эште тамамланы, улар иҫәбендә Ауырғазы, Баҡалы һәм Хәйбулла райондары – улар планды арттырып үтәгән. Планды арттырып үтәүгә ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү булышлыҡ иткән. Ҡырмыҫҡалы (90%), Мәләүез (99,7%) һәм Шишмә (85%) райондарына ла эштәрен осларға күп ҡалмаған.
22 июндә республика Хөкүмәтендә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко менән райондарҙың ауыл хужалығы идаралыҡтары һәм бүлексәләре начальниктары алдында пар баҫыуҙарын эшкәртеүҙе шәхси контролгә алыу бурысы ҡуйылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика