10:25 (UTC+5), 21 Июня 2011

Республиканың 12 районы шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрендә рәт араһын йомшартыуҙы тамамланы

Ғәлиә Нәбиева
Республиканың 12 районы эшсәндәре шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрендә рәт араһын йомшартыуҙы тамамланы. Бындай эшкәртеү ҡый үләндәре менән көрәшеү өсөн быйылғы йәйҙә үтә көнүҙәк. Сөнки мул яуым-төшөм культуралы үҫемлектәргә лә, ҡый үләндәре вегетацияһы өсөн дә уңайлы булды.
Ауыл халҡы икенсе техник культура – көнбағышты ла онотмай. Рәт араһын эшкәртеү 205764 гектар майҙанда үткәрелгән, был пландың 88 процентын тәшкил итә, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Һигеҙ райондың — Архангел, Белорет, Дүртөйлө, Илеш, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Шарандың аграрийҙары сәсеүлектәрҙә химик утауҙы тамамланы. Республика буйынса был эш йәмғеһе 74 процентҡа үтәлгән, йәғни 889 мең гектар майҙанда башҡарылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика