04:15 (UTC+5), 17 Июня 2011

Йылайыр районында ағас күмере етештереү яйға һалынған

Галина Бахшиева
2011–2015 йылдарға Башҡортостандың Көньяҡ Уралын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, шулай уҡ халыҡтың һәм кристаллы кремний, көкөртлө углерод һәм активлаштырылған күмер етештереүсе предприятиеларҙың күмергә булған ҙур һорауын иҫәпкә алып, «Йылайыр урманы» дәүләт унитар предприятиеһында ағас һәм башҡа органик ҡалдыҡтарҙан был продуктты етештереүсе ҡоролма сафҡа индерелде.
БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, модулле пиролиз ҡоролмаһы өҙлөкһөҙ етештереү циклына эйә, был иһә уны һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкинлек бирә. Ҡоролманың етештереү ҡеүәте — айына 80 тоннаға тиклем. Ағас күмере 110 килограмлыҡ ҙур ҡаптарҙа һатыласаҡ. Етештерелгән продукцияны һатыу менән бер ҡыйынлыҡ та юҡ. Бынан тыш, ағас күмере етештереү ҡоролмаһын файҙаланыуға тапшырыу арҡаһында бер юлы 13 кеше эш менән тәьмин ителгән.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика