04:07 (UTC+5), 16 Июня 2011

Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамға 442 миллион һум бүлә

"Башинформ"
Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәренә мал аҙығы әҙерләү, дизель яғыулығы һатып алыу һәм техника һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйған Хөкүмәт бойороҡтары менән 442 миллион һумлыҡ дөйөм ярҙам күләме билдәләнде – был 2011 йылда агросәнәғәт комплексына дөйөм дәүләт ярҙамы күләменең өстән бер өлөшөн тәшкил итә тиерлек.
Мал аҙығы әҙерләүгә субсидиялар биреү аҙыҡтың үҙҡиммәтен 15-20 процентҡа кәметеү мөмкинлеген бирәсәк. Бер яҡтан, ул ауыл хужалығы етештереүселәренең финанс хәлен тотороҡландырыуға булышлыҡ итәсәк, икенсе яҡтан, малсылыҡ продукцияһы үҙҡиммәтенең ҡырҡа артыуына юл ҡуймау мөмкинлеген бирәсәк.
Мәҫәлән, былтыр мал аҙығының ҡиммәтләнеүе һөҙөмтәһендә 1 килограмм ит хаҡы 150 – 300 һумға, ә һөт 8 һумдан 16 – 18 һумға (айырым райондарҙа – 20 һумға) тиклем артты. Көндәрҙең ғәҙәттән тыш эҫе тороуы һөҙөмтәһендә 500 – 900 километр арауыҡҡа 1 тонна һутлы һәм тупаҫ мал аҙығын ташыу 3 – 5 мең һум тәшкил иткән.
Башҡортостан Хөкүмәте мал аҙығы йыйыуҙы ваҡытында тормошҡа ашырыу өсөн бер үк ваҡытта дизель яғыулығын һатып алыуҙы ла субсидиялаясаҡ. Дәүләт ярҙамы бүлеү агротехник сроктарҙы үтәү, мал аҙығы сифатын яҡшыртыу һәм уның үҙҡиммәтен түбәнәйтеү мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта заем средстволарын йәлеп итеү кәмейәсәк һәм уңышты һаҡлап ҡалыу тәьмин ителәсәк.
Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән «Һөт малсылығын үҫтереү» айырым маҡсатлы тармаҡ программаһын финанслау билдәләнде. Субсидиялар биреү ике этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Һөҙөмтәлә һөткә миҙгелгә бәйле хаҡтың кәмеүен компенсациялау 1 литр һатылған һөткә 2 һум тәшкил итәсәк.
Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана. Башлыса комбайндар алмаштырыуға мохтаж – былтыр ураҡта эшләгән бер комбайнға уртаса баҫым 752 гектар тәшкил итһә, быйыл 810 гектар булыуы көтөлә, айырым райондарҙа был күрһәткестең 1200 гектарға етеүе ихтимал, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика