Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Июнь 2011, 13:21
Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың «Авангард» заводында булды
Бөгөн, 16 июндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта йөрөй.
Республика башлығы ҙурлығы буйынса төбәктәге икенсе ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше һәм сәнәғәт предприятиеларының эшмәкәрлеге менән таныша.
Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов «Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһында булды, унда снарядтарҙы утилләштереү технологияһы менән танышты һәм заводтың етештереү ҡеүәттәрен баһаланы.
Белешмә өсөн. Әлеге ваҡытта «Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһы сәнәғәттә ҡулланылыусы шартлатыу матдәләрен етештереү, һаҡлау һәм таратыу, шулай уҡ иҫкергән ҡоралдарҙы, хәрби техниканы, боеприпастарҙы һәм уларҙың өлөштәрен әҙерләү, етештереү, ремонтлау һәм утилләштереү буйынса республиканың берҙән-бер предприятиеһы булып тора.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
бр президентының эш сәфәрҙәре
Читайте нас