10:03 (UTC+5), 14 Июнь 2011

Сәнәғәт производствоһы индексы Өфөлә 109,3% тәшкил итте

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә ағымдағы йылдың тәүге биш айында сәнәғәт производствоһы индексы 109,3% тәшкил итте. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, бар тармаҡта ла етештереү күләмдәренең артыуы күҙәтелә. Нефть продукттарын сығарыу ғына был исемлеккә инмәй.
Сағыштырыу өсөн, ағымдағы йылдың тәүге дүрт айы йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы Өфөлә 108,5% тәшкил иткәйне, 2011 йылдың ғинуар - март айы йомғаҡтары буйынса – 109%, 2010 йыл йомғаҡтары буйынса – 110,6%.
Павел Качкаев ҡалала эшһеҙлектең кәмеүен дә билдәләне. Уның әйтеүенсә, Өфөлә ғинуар - майҙа эшһеҙҙәр иҫәбе уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 15 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта буш эш урындары ла артҡан. Әлеге ваҡытта ҡаланың мәшғүллек үҙәктәрендә 10 мең эшһеҙгә 13 мең вакансия иҫәпләнә. Ләкин тәҡдим ителгән эштәрҙең профиле күп осраҡта эш эҙләгәндәрҙең профессияһына тап килмәй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика