Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
0
91.12
0
70.69
+2.05
20+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Июнь 2011, 11:33

Башҡортостан аграрийҙары мал аҙығы культураларын йыйыуға әҙерләнә

Башҡортостанда техниканы мал аҙығын йыйыуға әҙерләйҙәр. Был хаҡта журналистар менән осрашыуҙа республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко хәбәр итте. Ул мал аҙығы культураларының торошон яҡшы тип баһаланы. Был мул уңышҡа өмөт бирә.
Әлеге ваҡытта техника әҙерләнә. Бөтә республика буйынса мал аҙығын урып-йыйыусы 1050 комбайн иҫәпләнә. Техниканың норматив талабынан сығып ҡарағанда, мал аҙығы культураларын йыйыусы комбайндар менән республика 64 процентҡа тәьмин ителгән. Былтыр 60 процент ине. Республика буйынса бер комбайнға уртаса 550 га тура килә.
Николай Коваленко һуңғы йылдарҙа бындай техника паркының ярайһы яҡшы яңыртылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙйөрөшлө техника төрҙәре араһында был иң «йәш» машиналар составы.
Ағымдағы йыл башынан алып республика ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре тупаҫ мал аҙығын йыйыу һәм әҙерләү өсөн төрлө төрҙәге 158 машина, 47 үҙйөрөшлө комбайн һәм тағылмалы ваҡлаусы һатып алған.
Аграрийҙарға республика Хөкүмәте лә ярҙам итә. Башҡортостанда үҙебеҙҙең илдә етештерелгән ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға киткән сығымдарҙың 40 процентына тиклемге сумма субсидиялана.
Шулай уҡ үҙйөрөшлө комбайндарҙы һәм сапҡыстарҙы йыллыҡ техник тикшереү үткәреүгә ваҡытында әҙерләү һәм мал аҙығы йыйыу машиналарын ике сменала эшләтеү өсөн механизаторҙар менән комплектлау мәсьәләһе лә хәл ителә.
Мал аҙығын әҙерләүҙә республика МТС-тары техникаһы: 124 «Полесье» үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыу комплекстары менән «Дон»-680, шулай уҡ 224 үҙйөрөшлө сапҡыс, пресс-йыйыусылары менән 108 трактор агрегаттары ла ҡатнашасаҡ. Әле мал аҙығы әҙерләү осорона механизацияланған эштәрҙе башҡарыуға МТС-тар менән килешеүҙәр төҙөлә.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: