16:36 (UTC+5), 26 Мая 2011

Татарстан Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Рауил Моратов: «Иғтибарҙы сеймал ресурсы буйынса хәл ителмәгән мәсьәләләргә йүнәлтергә кәрәк»

Бөгөн Өфөлә асылған «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн Татарстан Республикаһынан ҙур делегация килде. Уны Татарстандың Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Рауил Моратов етәкләй.
— Был форумда беҙ Рәсәй иҡтисады үҫеше өсөн көнүҙәк темаларҙы тикшерәсәкбеҙ, — тине ул пленар ултырышта. — Беҙҙең өсөн нефть химияһы аша иҡтисадты үҫтереү — буш һүҙ түгел. Волга буйы ҡалаларының барыһын да берләштергән осраҡта ғына нефть химияһы продукцияһын етештереү күләмдәре арттырыласаҡ, тип иҫәпләйем.
Рауил Моратов, химия сәнәғәтенең өҫтөнлөклө үҫеше илдә тулы күләмдә тормошҡа ашырылмай, тип билдәләне. Бөгөн Рәсәйҙә етештерелгән ун миллион тонна углеводород газының 3,5 миллионы ғына нефть химияһы ихтыяждарында ҡулланыла. Илдә йәнә нефть химияһы продукцияһының бер нисә йүнәлеше производствоһы бөтөнләй юҡ. Һөҙөмтәлә был өлкәлә тауар импорты арта, шул уҡ ваҡытта сит ил етештереүселәре бик йыш Рәсәй сеймалын файҙалана.
— Иң элек сеймал ресурсы буйынса хәл ителмәгән мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтергә кәрәк, — тип белдерҙе Рауил Моратов. — Бөтә пландарыбыҙ ҙа тормошҡа ашыр һәм мәсьәләләр хәл ителер, тип өмөтләнәбеҙ. Беҙ Башҡортостандың һәм Татарстандың потенциалы менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең республикалар алдында торған иң юғары бурыстар ҙа үтәләсәк, быға шигебеҙ юҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика