06:02 (UTC+5), 26 Мая 2011

Өфөлә «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы асылды

Рәсүл Хәмиҙуллин
26 майҙа Өфөләге Конгресс-холда «Ҙур химия» беренсе халыҡ-ара форумы үҙ эшен башланы. «Донъяла, Рәсәйҙә, Башҡортостанда нефть, газ һәм нефть химияһы үҫешенең төп йүнәлештәре» темаһына пленар ултырышта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Хөкүмәте ағзалары, алдынғы фәнни тармаҡ структуралары, химия һәм нефтехимия тармағының ҙур компаниялары етәкселәре ҡатнаша.
Сеймал һәм инфраструктура тәьминәте проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелгән дөйөм федераль кимәлдәге проекттар фекер алышыуҙың төп предметы буласаҡ.
Атап әйткәндә, «Көнбайыш Себер-Урал-Волга буйы» торба үткәргесе төҙөлөшө менән бергә Урал-Волга буйының химия предприятиеларында сеймал дефицитын бөтөрөүгә һәм Рәсәйҙең импортҡа бәйлелеген кәметеп, юғары сифатлы химия продукцияһын етештереүҙе ике тапҡырға арттырыуға һәләтле Рәсәйҙәге иң ҙур нефтегазохимия кластерын ойоштороу проекты тураһында һүҙ алып барыласаҡ.
Эшлекле һәм технологик программалар сиктәрендә Башҡортостан предприятиелары 2030 йылға тиклем тормошҡа ашырылырға тейешле инвестицион проекттарының презентацияһын үткәрәсәк; технологиялар һәм материалдар поставкалаусылар РФ эшкәртеү комплексында ҙур һорау менән файҙаланылған нефть һәм газ эшкәртеүҙәге, нефтехимия өлкәһендәге яңы эшләнмәләрен тәҡдим итәсәк.
Көндөң икенсе яртыһында бер үк ваҡытта стратегик, технологик һәм фәнни программалар эшләй башлаясаҡ. Улар Рәсәйҙең нефть, газ, нефть химияһы баҙарындағы тенденцияларҙы күҙаллауға, илдең химия сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләүгә ҡағыласаҡ.
27 майҙа секциялар эше дауам итәсәк. Көн тәртибендә Волга буйы федераль округындағы һәм Башҡортостандағы предприятиеларҙың инвестицион проекттары, химия производстволарының энергияны һаҡсыл файҙаланыуы, экологик хәүефһеҙлек өлкәһендәге инновацион инвестицион сәйәсәте буйынса фекер алышыуҙар билдәләнгән.
28 майҙа форумда ҡатнашыусылар өсөн Өфө сәнәғәт узелы предприятиеларына экскурсия ойоштороласаҡ. Эшлекле өлөштән тыш, бай эстәлекле мәҙәни программа ла ҡаралған. Форум эше сиктәрендә йәштәр өсөн байрам, рок-концерт, аэростаттар фестивале, волейбол буйынса донъя лигаһы уйындары һәм хәйриә кисәһе планлаштырыла.
Форумды ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Фәндәр академияһы сығыш яһай.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика