Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
75.73
0
90.47
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Май 2011, 14:53

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы тамамлана

Республикала 2011 йылғы сәсеү кампанияһы тамамлана. Яҙғы сәсеү 90% майҙандарҙа үткәрелгән. Әлеге ваҡытта игенселәр йылы яратыусы культураларҙы сәсеүгә сыҡты. Ҡарабойҙай, тары, кукуруз һәм судан үләненә сират етте.
БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре күҙаллауынса, яҙғы сәсеү 26-27 майға тамамланырға тейеш. Яҙғы баҫыу эштәренә һабантуйҙарҙа йомғаҡ яһаласаҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала беренсе һабан байрамының 28 майҙа уҡ үтеүе ихтимал, баҫыу эштәре тамамланыуын күрһәтеүсе һабантуйҙарҙың күбеһе 4 июнгә билдәләнгән.
Ауыл эшсәндәре ошо көндәрҙә яңы агротехник эштәрҙе үтәүгә сыға. Бер нисә районда иген сәсеүлектәрен химик утауға төштөләр, сиратта - аралыҡлы культураларҙың рәт араһын эшкәртеү.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас