04:26 (UTC+5), 23 Май 2011

Июндә Башҡортостан Японияның эшлекле даирәләре делегацияһын ҡабул итәсәк

"Башинформ"
Июндең икене яртыһында Башҡортостанда Рәсәй һәм Яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәр менән сауҙа ассоциацияһы (РОТОБО) саҡырыуы буйынса киләсәк Японияның эшлекле даирәләре делегацияһы ҡатнашлығында эшлекле форум үтәсәк.
Японияның эшлекле даирәләре вәкилдәренең визитын әҙерләү планын раҫлаусы һәм планда ҡаралған сараларға яуаплы кешеләрҙе билдәләүсе БР Хөкүмәте бойороғона 20 майҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйҙы.
Эшлекле форум сиктәрендә машина эшләү һәм энергия һаҡлауҙан алып баш ҡала инфраструктураһын һәм туризмды үҫтереүгә тиклем бөтә яҡтарҙы ҡыҙыҡһындырырҙай туғыҙ төп йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек юлдары тикшереләсәк.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселегендә эш төркөмө раҫланған. Ошо бойороҡтоң үтәлешенә контроль дә уға йөкмәтелгән.
РОТОБО-ның Башҡортостанға сәфәре һәм эшлекле форум үткәреү 2010 йылдың ноябрендә Башҡортостан делегацияһы сәфәренә яуап булып тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2010 йылдың 12 ноябрендә Японияла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Рәсәй һәм Яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәр менән сауҙа буйынса Япония ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек ниәттәре протоколына ҡул ҡуйылғайны. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һәм РОТОБО Президенты Нисиока Такаси документ аҫтына ҡултамғаларын ҡуйғайны.
РОТОБО-ға 200-ҙән ашыу ағза инә. Улар иҫәбендә Японияның Mitsui, Sumitomo, Mitsubishi, TOYOTA, Honda, Nissan, SONY, Panasonic, TOSHIBA кеүек киң билдәле сәнәғәт һәм сауҙа корпорациялары, страховка һәм йөк-пассажирҙар ташыу компаниялары, банкылар, ғилми институттар, киң мәғлүмәт саралары, урындағы үҙидара органдары һәм башҡа ойошмалар бар, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика