12:27 (UTC+5), 23 Мая 2011

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында квадрат метрына тәҡдим ителгән уртаса хаҡ - 46,35 мең һум

Рәсүл Хәмиҙуллин
Уҙған аҙнала Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,2 процентҡа күтәрелде. Бөгөн квадрат метрына тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 46,35 мең һум тәшкил итә. Ике һәм күп бүлмәлеләр сегментында хаҡтар — 0,3 процентҡа, бер һәм өс бүлмәле фатирҙар сегментында 0,2 процентҡа артты.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге ваҡытта иң арзан бер бүлмәле фатир ҡалала 1100 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Макаров урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны - 33 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һумға һатыла. Достоевский урамындағы биш бүлмәле фатирҙың дөйөм майҙаны - 202,4 квадрат метр. Иң арзан бүлмә Губкин урамынан 550 мең һумға тәҡдим ителә, майҙаны – 11 квадрат метр. Бүлмә өсөн иң юғары хаҡ – 1200 мең һум: Рәсәй урамы, 26,1 квадрат метр.
Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 16300 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Уптыла урынлашҡан, майҙаны - 423 квадрат метр.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика