08:19 (UTC+5), 20 Мая 2011

Башҡортостандың төҙөлөш тармағы әүҙем үҫешә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Ағымдағы йылдың ғинуар-апрель айҙарында Башкортостан территорияһында дөйөм майҙаны 366,9 мең квадрат метрлыҡ 3,7 мең торлаҡ ҡулланыуға тапшырылған. Башкортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был үткән йылға ҡарата 106,2 процент. Республикала йәшәгән мең кешегә иҫәптә дөйөм майҙаны 90 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Шәхси йорт һалыусылар менән 2925 торлаҡ төҙөлгән, дөйөм файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ иҫәбендә уларҙың өлөшө 87,0 процент тәшкил итә.
2011 йылдың ғинуар-апрель айҙарында республиканың төҙөлөш индустрияһы предприятиеларында бетон ҡулланылған материалдар, изделиелар һәм ҡоролмалар етештереү күләме 258 мең кубометр тәшкил иткән, был 2010 йыл күрһәткестәренә ҡарата 118, 0 процент.
207 мең кубометр йыйылма тимер-бетон (2010 йылға ҡарата 114,6% ), 28 мең кубометр бетон изделиелары (141,2%), 11,7 мең кубометр тауар бетоны (118,2%), 11,2 мең кубометр (151,4%) төҙөлөш иҙелмәһе етештерелгән.
Дүрт айҙа республика буйынса аҙ даналы стена материалдарын етештереү 110,8 млн дана шартлы кирбес йәки уҙған йылға ҡарата 123,1% тәшкил иткән. Шуларҙан: керамик кирбес – 91,5 млн дана (2010 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 121,7% ), силикат кирбес – 11,6 млн дана (90,6%), «Бессер» блоктары — 3,6 млн дана шартлы кирбес (276,9%).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика