05:09 (UTC+5), 17 Мая 2011

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,4 процентҡа кәмене

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында үткән аҙнала тәҡдим ителгән уртаса хаҡтың 0,4 процентҡа кәмеүе теркәлде. Хәҙер ул квадрат метрына 46,28 мең һум тәшкил итә.
Бер бүлмәле фатирҙар хаҡы – 0,5 процентҡа, күп бүлмәлеләрҙеке 0,6 процентҡа төштө. Ике һәм өс бүлмәле фатирҙар сегментында иһә хаҡтар 0,6 һәм 0,1 процентҡа артты.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта иң арзан бер бүлмәле фатир ҡалала 1100 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Макаров урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны - 33 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һум тора. Был Достоевский урамындағы биш бүлмәле фатирҙың майҙаны - 202,4 кв. метр.
Иң арзан бүлмәне Губкин урамынан 550 мең һумға алырға мөмкин. Уның майҙаны 11 кв.м.тәшкил итә. Иң ҡыйбат бүлмә — 24 кв. метр — 1220 мең һум. Ул Герцен урамындағы йортта урынлашҡан.
Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 16300 мең һумға тәҡдим ителә. Был Уптылағы йорттоң майҙаны - 423 квадрат метр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика