10:39 (UTC+5), 16 Мая 2011

Октябрьский күн заводы тергеҙелә

Галина Бахшиева
Республикала күн, йөн һәм мамыҡ-ҡаурый сеймалын эшкәртеү тергеҙелә башланы. Әлеге ваҡытта ҡасандыр банкрот тип табылған Октябрьский күн заводы сафҡа индерелеү алдында тора. Ниһайәт, предприятие оҙайлы һәм мәжбүри эшһеҙ тороу осоронан сыға.
— Октябрьскийҙағы күн заводы эшләп китһен өсөн бөгөн бөтә тәүшарттар ҙа бар. Продукцияның тәүге һынау өлгөләре сығарылды. Әлбиттә, беҙ әле сәнәғәт күләмендә күн етештерелеүе тураһында һүҙ алып бара алмайбыҙ, әммә заводты сафҡа индереү буйынса эштәр алып барабыҙ һәм был ҡыуандыра, — ти Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры урынбаҫары Игорь Карепанов.
Бынан тыш, Туймазы районының Түбәнге Троицкий ауылындағы Башҡортостан текстиль комбинаты — элекке буҫтау комбинатының эшләй башлауына ла инде икенсе йыл. Бында йөн туҡыма етештереү тергеҙелде.
Шаршамбы, 18 майҙа, ошо предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышыу өсөн бында Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы вәкилдәре киләсәк.
Ә мамыҡ-ҡаурый сеймалына килгәндә, бөгөнгө көндә мамыҡ мендәрҙәр һәм юрғандар сығарыу менән Башҡортостанда «Серафимовка мамығы» («Серафимовская пушинка») предприятиеһы шөғөлләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика