07:39 (UTC+5), 16 Мая 2011

Өфөлә 1500 ағас һәм 2500 ҡыуаҡ ултыртылды

Галина Бахшиева
Яҙғы һуңғы дөйөм ҡала өмәһендә 100 меңдән ашыу Өфө халҡы ҡатнашты. Бер көн эсендә республиканың баш ҡалаһы 4600 кубометр сүп-сарҙан таҙартылды. Йыйылған сүп-сар шунда уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сығарып түгелде.
Өфөнө таҙартыу һәм төҙөкләндереү сараларына 880-дән ашыу махсус техника берәмеге йәлеп ителде. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 400 самаһы рейс яһалды.
— Өфөләге өмәлә ҡатнашыусылар менән 570 квадрат метр юл, 1500 «квадраттан» ашыу фасад һәм алты мең погон метрҙан ашыу ҡойма ремонтланды. Бынан тыш, Өфөлә был көндө яҡынса 1500 ағас һәм 2500 ҡыуаҡ ултыртылды. Иң күп ағастарҙы – Орджоникидзе районында, ә ҡыуаҡтарҙы Дим районында ултырҡандар. Әгәр һандар менән әйткәндә, был 500 һәм 600 дана, — тине «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең производство-техник бүлеге баш белгесе Игорь Аристов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса һуңғы санитар йома Өфөлә 20 майҙа үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика