07:05 (UTC+5), 13 Мая 2011

Республика аграрийҙары тәүлек әйләнәһенә сәсеүгә күсә

Ғәлиә Нәбиева
Сәсеү кампанияһын агротехник сроктарҙа атҡарыу һәм уңайлы һауа шарттарын мөмкин тиклем нығыраҡ файҙаланыу өсөн республика игенселәренә тәүлек әйләнәһенә сменалы эшкә күсергә кәңәш ителде. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта яҙғы сәсеү өсөн уңайлы һауа шарттары урынлашҡан. Апрелдә 25-тән 65 миллиметрға тиклем яуым-төшөм күҙәтелгән, был нормаға ҡарата 105-235 процент тәшкил итә. Температура норманан 0,5 градусҡа юғарыраҡ булды. Май айы ла ямғырҙар менән ҡауындырҙы. Бер метрлыҡ тупраҡ ҡатламында дым запасы 100-168 мм нормала 114 - 165 мм тәшкил итә. Республиканың бөтә райондарында ла тиерлек тупраҡ сәсеүгә «өлгөрҙө».
Хәҙер һәр уңайлы сәғәтте файҙаланырға кәрәк. Бының өсөн сәсеү комплекстарының тәүлек әйләнәһенә эшләүен, яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ, ашламалар менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итеүҙе ойоштороу, хеҙмәтсәндәрҙе йылы аш менән тәьмин итеү мөһим. БР Ауыл хужалығы министрлығы йәнә бер тапҡыр сәсеүҙә хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләрен күҙәтеү кәрәклеген хәтергә төшөрә. Барлыҡ агротехник саралар ҙа сифатлы һәм ваҡытында башҡарылырға тейеш.
Аграрийҙар уңышына мул ямғырҙар ҙа булышлыҡ итәсәк. Башгидрометтың һауа торошона күҙәтеү яһауы буйынса 15 майҙан алып бөтә республикала көслө ямғырҙар көтөлә. Яуындар башланғансы сәсеп өлгөрөү мөһим.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика