17:05 (UTC+5), 12 Мая 2011

«Башнефть» һәм «Башкирнефтепродукт» йәмғиәттәренең автозаправкалау станцияларында бензин ҡиммәтләнде

Ағымдағы йылдың 10 майынан «Башнефть» һәм «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең автозаправкалау станцияларында яғыулыҡҡа ваҡлап һатыу хаҡтары үҙгәрҙе. Бензиндың хаҡы уртаса 2,4 процентҡа артты. «Премиум Евро-95» маркаһындағы бензиндың бер литрына хаҡ 25,7 һум тәшкил итә, «Регуляр Евро-92» – литрына 23,7 һум, «Нормаль-80» – литрына 22,6 һум. «Евро» маркаһындағы дизель яғыулығы һәм «Супер-98» маркаһындағы бензин хаҡы үҙгәрмәне.
«Башинформ» агентлығына «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, продукцияға хаҡтар артыуы мотор яғыулығы етештереүҙә файҙаланыусы сеймалға хаҡтар формалашыуын билдәләүсе нефттең дөйөм донъяла ҡабул ителгән хаҡтарының артыу тренды менән бәйләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика