70.86
0
82.5
0
86.42
+0.89
5+ °C
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Май 2011, 18:04

Мәләүез районының Нөгөш паркында күләмле өмә үтте

«Башҡортостан» милли паркы хеҙмәткәрҙәре ауыл советы хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп уҡыусылары менән берлектә Мәләүез районының Нөгөш ҡасабаһындағы парк биләмәһен таҙартыу буйынса күләмле өмә үткәрҙе.
Өмә йыл һайын үткәрелеүсе «Парктар маршы» халыҡ-ара экологик акция сиктәрендә үтте. Өс гектарҙа урынлашҡан парк территорияһынан бөтә көнкүреш сүп-сары, шулай уҡ ҡоро ағастар һәм ботаҡтар йыйып алынды. Киләсәктә уны ысын мәғәнәһендә ял һәм мәҙәниәт паркына әйләндереү планлаштырыла.
Автор:Галина Бахшиева