11:27 (UTC+5), 05 Мая 2011

«Алексеевка» совхозы иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә ултыртыуға төштө

Ғәлиә Нәбиева
«Алексеевка» совхозының йәшелсә үҫтереүселәре 2,5 гектар иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә үрсетмәһен асыҡ грунтҡа ултыртты. Иртә өлгөрөүсе сорттар совхозда 3 гектарҙы биләргә тейеш. Ямғыр йәшелсәселәр планына үҙгәрештәр индерә, шул уҡ ваҡытта ул үҫентеләрҙең ялғанып үҫеп китеүе өсөн бик ҡулай. Шуға күрә, мөмкинлеккә ҡарап бында кәбеҫтә ултыртыуҙы дауам итәләр һәм бөгөн кискә табан кәбеҫтә плантацияһын 4,5 гектарға еткерергә ниәтләйҙәр.
Асыҡ грунтҡа кассета алымы менән ултыртыу өсөн 1 миллион 800 дана үрсетмә үҫтерелгән. Совхозда иртә өлгөрөүселәренән алып һуң өлгөрә торғандарына тиклем йәмғеһе алты сорт үҫтереләсәк. Үрсетмәләрҙе ултыртыу ике МТ-2 ярымавтоматтары ярҙамында алып барыла. Был йәшелсәселәр хеҙмәтен еңелләштерергә һәм эште сифатлы башҡарырға мөмкинлек бирә. Үҫемлекселек цехы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Нәзир Фәтҡуллин һүҙҙәренсә, йәмғеһе 45 гектарҙа кәбеҫтә ултыртыласаҡ, ә үрсетмәләрҙе асыҡ грунтҡа ултыртыу эштәрен ун көн эсендә теүәлләргә уйлайҙар. Совхоз тәүге кәбеҫтә күсәндәре уңышын Өфө халҡы өҫтәлдәренә 20 июндә оҙатасаҡ.
Бөгөн иһә хужалыҡта картуф ултыртыла башланы. Икенсе икмәккә совхозда 100 гектар бүленгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика