06:44 (UTC+5), 04 Мая 2011

Шәкәр сөгөлдөрө республикала 5 мең гектарҙа сәселде

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан эшсәндәре тәүге биш мең гектар ерҙә шәкәр сөгөлдөрө сәсте. Республика сөгөлдөрсөләренә йәмғеһе 63 мең гектарҙа сәсеү үткәрергә кәрәк. Был техник культураны үҫтереү менән 24 районда шөғөлләнәләр. Эре шәкәр заводтары ҡарамағындағы ауыл хужалығы предприятиеларында шәкәр сөгөлдөрөнә ярайһы ҙур майҙандар ҡалдырылған.
БР Ауыл хужалығы министрлығының оператив мәғлүмәтенә ярашлы, Шишмә районында – 1800 гектарҙа, Бүздәктә – 1000 гектарҙа, Благоварҙа 800 гектарҙа сөгөлдөр сәселгән. Әлшәй, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарының буласаҡ шәкәр сөгөлдөрө плантацияларында ла эш ҡайнай. Әле был культураны сәсеү өсөн иң уңайлы ваҡыт.
Ер эшсәндәре сөгөлдөрҙө минераль ашламалар менән туҡландырырға кәрәклеген дә онотмай. Белгестәр минималь һанды ла билдәләй – гектарына 200 кг. Әлеге ваҡытта ашламаларҙың 52 проценты тупланған. Уларҙы зоналағы биш логистик келәттән ташыу дауам итә. Бынан ашламалар муниципаль райондарға оҙатыла, был иһә ашламалар ташыуға киткән ваҡытты һәм юлды ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика